«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Роберт Юлдашев менән "Гүзәл-данс" бейеү студияһы концерты үтте



15.03.2019 Роберт Юлдашев менән "Гүзәл-данс" бейеү студияһы концерты үтте

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында билдәле Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө менән "Гүзәл-данс" бейеү студияһының концерты үтте. Концерт республиканың 100 йыллығына һәм виртуоз музыкант Роберт Юлдашев етәкселегендәге "Ҡурайсы" төркөмө ойошторолоуға 10 йыл тулыуға арналды.

Тиҫтә йыл эсендә ижади коллектив донъяның егерменән ашыу илендә сығыш яһаған. Күп тапҡыр төрлө конкурс-фестивалдәр еңеүсеһе булараҡ билдәләнгән. Өфөләге концерт программаһы яңы композицияларҙы, хиттарҙы үҙ эсенә алды. Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре айырым урын алып торҙо.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға