«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара музыка фестивале асылды



15.03.2019 Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара музыка фестивале асылды

Гала-концертта опера сәнғәте оҫталары йәш артистар менән бергә сығыш яһаны.

Тамашасыларҙы Илдар Абдразаҡов үҙе сәләмләне. Италия һәм Рәсәйҙең данлыҡлы дирижеры Фабио Мастранджело кисә барышында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры менән идаралыҡ итте. Сәхнәлә шулай уҡ Ҙур театрҙан саҡырылған солист Василий Ладюк, Ла Скала театры дебютанты Анна-Дорис Капителли, 2018 йылда "Верди тауыштары" конкурсында премия яулаған Мартина Грезия сығыш яһаны. Өфөләр баш ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән артистарҙы — Башҡорт опера һәм балет театры солисы, Нажиә Аллаярованың ейәнсәре Дилара Иҙрисованы һәм Мария театры солисы, Владимир Беловтың улы Кирилл Беловты айырыуса ғорурланып тыңланы.

Байрам хужаһының шатлығын уртаҡлашырға уҡытыусыһы — профессор Миләүшә Мортазина ла бар ине.

Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара музыка фестивале артабан Мәскәүҙә, Әлмәттә һәм Ҡазанда дауам итә. Уны биш меңгә яҡын тамашасы ҡарай ала. 2-се тапҡыр ғына үткәрелһә лә, фестиваль тиҙ арала йәш йырсыларға ярҙам күрһәтеү үҙәгенә һәм донъяның музыкаль баш ҡалалары араһында мәҙәни алмашыу өсөн әһәмиәтле майҙансыҡҡа әүерелде.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: О. Яровиков


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға