«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фигуристар ҙа ҡалышмай…



16.03.2019 Фигуристар ҙа ҡалышмай…

Хоккейсылар, футболсылар, тенниссылар, биатлонсыларҙың эш хаҡын белеп бөттөк, ә бына конькиҙа фигуралы шыуыусылар күпме ала һуң?..

Улар ҙа бит аҡсаға мохтаж… Мәҫәлән, донъя чемпионатында еңгәне өсөн чемпион кеҫәһен 64 мең долларға (4,2 миллион һум) байыта. Икенсе урын алыусыға – 47 мең доллар һәм өсөнсөгә 33 мең доллар бирелә. Парлы шыуыусылар, әйтәйек, алтын миҙал яулаусылар – 90 мең, «көмөш» – 65 мең, «бронза»лылар 45 мең доллар менән бүләкләнә.

Донъя гран-при этаптарында еңеүселәр – 18 мең, ә финалында еңеүселәр 25 мең долларға байый.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға