«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙылса таралыу хәүефе бар



15.03.2019 Ҡыҙылса таралыу хәүефе бар

Республика “Роспотребнадзор”ы хәбәр итә: әгәр ҙә мәгәр ҡыҙылсанан һаҡланыу сараһы күрмәһәгеҙ, был сирҙе йоҡтороу ҡурҡынысы бар.

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 2890 бала һәм 4664 өлкән кеше ҡыҙылсаға ҡаршы тейешле прививканы яһатмаған. Етмәһә, беҙҙә вакцинацияланмаған төрлө дини ойошма вәкилдәре, сегәндәр, мигранттар күп. Шулар менән тотоношһағыҙмы-күрешһәгеҙме тигәндәй, бөттө! Бәләкәй саҡта ауырымаған булһағыҙ...

Тағы ла шулай ти “Роспотребнадзор”: насар эпидимиологик хәл-торош сәбәпле халыҡҡа ике тапҡыр (двухкратный тип иҫкәртәләр) иммунлаштырыу үтергә кәңәш итәбеҙ.

Прививканы поликлиникаларҙа яһатырға була. Йә иһә үҙегеҙҙең участка терапевтына мөрәжәғәт итегеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға