«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кәләш менән кейәү өҫтөнә ЗАГС ҡыйығы ишелә яҙған



14.03.2019 Кәләш менән кейәү өҫтөнә ЗАГС ҡыйығы ишелә яҙған

Был берсә көлкөлө, берсә ҡыҙғаныс тамамлана яҙған хәл 2 мартта Ғафуриҙа, Красноусол ҡасабаһында булған.

Видеояҙмала күренә - өйләнешергә ғариза бирәбеҙ тип ЗАГС-ҡа килгән пар бинаға инеүе булған, арттарынан бина фасады емерелеп тә төшкән. 20 метрлыҡ конструкция ҡар күплегенә сыҙамаған икән.

Шулайтып егет менән ҡыҙ үҙҙәренең ғаилә юлы башында оло ҡазанан ҡотолоп ҡалған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Видео: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға