«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй" концертына Әминә Ҡарасурина барасаҡ!



14.03.2019 "Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй" концертына Әминә Ҡарасурина барасаҡ!

Хөрмәтле дуҫтар!

"Йәшлек" гәзите төркөмө иғлан иткән конкурстың йомғағын - Башҡорт дәүләт филармонияһы "Халҡым мираҫы – оҙон-көй" концерттар циклында ойошторолоған "Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй" тамашаһына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы оттороуҙы түҙемһеҙлек менән көткәнһегеҙҙер.

Бәйгене йомғаҡланыҡ! Осраҡлы һан генераторлы махсус сайт аша еңеүсе - Әминә Ҡарасурина билдәләнде!


Ошо арала тағы ла репост конкурсына старт биреләсәк. Уныһында инде БР-ҙың атҡаҙанған артисы Лилиә Рәсүлеваның юбилей кисәһенә билеттар отторасаҡбыҙ. Ҡарап барығыҙ!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға