«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 10 йәшлек ҡыҙҙы алабай талаған



14.03.2019 10 йәшлек ҡыҙҙы алабай талаған

Был хәл кисә булған. Мәләүез районының Ергән ауылында иртәнсәк 10 йәшлек ҡыҙҙы алабай тоҡомло эт талаған.

Ергән ауыл хакимиәте башлығы Раил Әбделғәниев хәбәр итә:
- Ҡыҙыҡай иртәнсәк үҙенең туғандарын ҡаршы алырға сыҡҡан. Тап шул мәлдә күрше урамдан алабай ысҡынып сыҡҡан. Эт ҡыҙға ташланған, битен тешләгән. Ярай быны кешеләр күреп ҡалған - улар этте ҡыуған, баланы дауаханаға оҙатҡандар. Аҙаҡ уны Мәләүез үҙәк район дауаханаһына алып киткәндәр.

Эт хужабикәһе алабайҙы бәйләнем, ашаттым һәм Салауат ҡалаһына эшкә киттем тигән. Күршеләре был һүҙҙәрҙе раҫлай. Эт нисектер бәйенән ысҡынған һәм ҙур көрткә менеп, ҡойма аша күрше баҡсаһына төшкән. Аҙаҡ ул урамға сыҡҡан.

Ваҡиға урынына полиция, балиғ булмағандар буйынса эштәр бүлеге вәкилдәре килгән. Алабайҙың хужабикәһе лә ҡайтҡан. Этте һарайҙа бикләгәндәр, аҙаҡтан уны йоҡлата торған дарыу ҡаҙап үлтергәндәр.

Ҡыҙ дауаханала, хәле тотороҡло.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға