«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙ иртә килә



13.03.2019 Яҙ иртә килә

Быйыл яҙ иртә килә. 6 март көнө һауа температураһы хатта 3 градусҡа тиклем йылынды. Гидрологтар Башҡортостанда йылғаларҙың боҙҙан әрселеү һәм ҡарҙың иреп бөтөү ваҡытын фаразланы.

Йылғалар 8-15 апрель тирәһендә боҙҙан әрселә башлай. Тәүгеләрҙән булып бәләкәй дала йылғаларында боҙ китәсәк. Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китеү, ғәҙәттә, 9-12 апрелдә күҙәтелә. Көслө ташҡын көтөлмәй.

Әлеге ваҡытта республика йылғаларында боҙҙоң уртаса ҡалынлығы 27-65 сантиметр тәшкил итә. Был норманан 10-45 сантиметрға түбәнерәк. Республика биләмәһендә яҙғы ташҡын апрель башында башлана.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға