«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дауаханаға лайыҡлы алмаш килә



13.03.2019 Дауаханаға лайыҡлы алмаш килә

Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһы педиатрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Поликлиника мөдире вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Фәнил ҡыҙы Һөйөндөкова әйтеүенсә, был хәл күп кенә ҡатын-ҡыҙ табиптарҙың декрет ялында булыуына, оло йәштәгеләрҙең хаҡлы ялға китеүгә бәйле. Әйтәйек, данлыҡлы балалар хирургы, 41 йыл ғүмерен медицинаға арнаған табип Ринат Әхмәт улы Утарбаев хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның урынына лайыҡлы алмашсы кәрәк.

Ҡала хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау тармағы етәкселеге Сибайға йәш белгестәр йәлеп итеү өҫтөндә етди эшләй. Табиптар ҡайта ҡалһа, торлаҡ шарттарын да яҡшыртыу буйынса төрлө программалар ҙа ҡарала. Эш хаҡын тейешле кимәлдә итеү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай.
Төклө аяғы менән балалар поликлиникаһына тәүге белгес килде лә инде. Баш ҡаланан табип-ординатор Розалия Юнир ҡыҙы Хәйбуллина ҡайтып, балалар поликлиникаһында хеҙмәт юлын башлап тора.

—Сибайҙа тыуып үҫтем, 9-сы лицейҙы тамамлап, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса юғары белем алдым,—ти Розалия Юнир ҡыҙы.—Бала саҡтан ошо һөнәргә ғашиҡмын. Аҡ халатлыларҙың хеҙмәтәнә ҡарата миндә булған һөйөүҙе күреп, артабан үҫтерә алған, һөнәр һайлауға дөрөҫ йүнәлеш биргән әсәйемә рәхмәтлемен. Медицина университетында 6 йыл педиатрия буйынса белем алһам да, ординаторлыҡты акушер-гинеколог булараҡ үтәм. Йыл ярымдан ординатураны тамамлағас, Сибай дауаханаһына эшкә ҡайтырға иҫәп тотам.

Розалия Хәйбуллина медицина учреждениеһында тыуҙырылған шарттарҙың яҡшы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Табиптарҙың, урта медицина хеҙмәткәрҙәренең оҫталығын да әйтеп үтте.

Табибә, поликлиникала яңыраҡ ҡына балалар ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, үҙен шәп белгес итеп танытып та өлгөргән. Әсәләрҙең күбеһе тик уға инеп, бәләкәсен күрһәтеп, дауаланыу алырға атлығып тора. Шуларҙың береһе—О.Н.Бабошкина табип бүлмәһенән бик ҡәнәғәт сыҡты.
—Поликлиникаға беҙ бик һирәк йөрөйбөҙ. Ғаиләбеҙ менән көн һайын иртәле-кисле тамаҡ сайҡатыуҙы ғәҙәткә индереп алдыҡ. Шулай итеп һауа атмосфераһының зарарлы матдәләренән һаҡланабыҙ. Төрлө дарыуҙар менән ингаляция эшләү ҙә тын юлдары елһенеүен кәметә. Әле улым ауырып тора, йәш белгес килгән тигәстәр, күренергә булдыҡ. Никонды Розалия Юнир ҡыҙы шул тиклем ентекле ҡараны, тамаған тикшерҙе, үпкәһен тыңланы, тән температураһын үлсәне. Дарыуҙар яҙып бирҙе, башҡа төрлө дауалау ысулдары өйрәтте. Йәш белгестең үҙ эшен яҡшы белгәне күренеп тора,--тине Оксана Николаевна, табибәгә рәхмәттәрен әйтеп.

Унан һуң Р.Ю.Хәйбуллина янына ике бала әсәһе кәңәш һорап инде. Үҙе бала ғына күренгән әсәне ул иғтибар менән тыңлап, бәләкәстәрен дөрөҫ дауалауға йүнәлеш бирҙе.





Автор: Г. Ҡадаева
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға