«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2 йәшлек балаһын тәҙрәнән ташлаған



13.03.2019 2 йәшлек балаһын тәҙрәнән ташлаған

Баш ҡаланың Киров районында бөгөн иртәнге сәғәт 10 тирәһендә 9-сы ҡат тәҙрәһенән ике йәшлек бала килеп төшкән. Ғәҙәттән тыш хәл Дыуан бульварының 30-сы йортонда булған.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар, табиптар фажиғә урынына килеп еткән. 21 йәшлек ҡатын тәүҙә үҙенең ике йәшлек ҡыҙын тәҙрәнән алып бәргән, аҙаҡ үҙе һикергән. Уларҙы дауаханаға оҙатҡандар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға