«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Попутка"ға ултырған, аварияла үлгән



13.03.2019 Попутка"ға ултырған, аварияла үлгән

Бөгөнгө иртә Өфө-Ырымбур юлындағы фажиғә менән башланды.

Стәрлетамаҡта йәшәгән 35 йәшлек ир үҙенең Ҡытай микроавтобусына дүрт кеше ултыртып, Ырымбур яғына юл тотҡан. Ремонт барған һәм максималь тиҙлеге 70 саҡрым ҡуйылған урында водитель уң яҡтағы юл кәртәһенә бәрелгән.

Һөҙөмтәлә бер пассажир үлгән, ҡалғандары йәрәхәтләнгән. Водитель әйтеүенсә, кешеләрҙе ул Өфөлә тимер юл вокзалынан һәм аэропорт янынан ултыртып алған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға