«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байрам алдынан Хәйбуллала КВН үтте



12.03.2019 Байрам алдынан Хәйбуллала КВН үтте

Хәйбулла районында бишенсе йыл рәттән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан КВН лигаһының финал уйыны үтә. Тәүҙә ярыш һәр ауыл биләмәһендә ойошторола, унан еңеүселәр район кимәлендә сығыш яһай.

Быйыл биш команда финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды: Йәнтештән “Шаянбикәләр”, Бүребайҙан “Беҙҙең урам ҡыҙҙары”, Яңы Ергәндән “Ете кадр”, Федоровканан “Күңелле ҡыҙҙар” һәм Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән “XL Хәйбулла йөҙө”.

Финалистар араһында төрлө һөнәр эйәләре, хужабикәләр бар, йәш категориялары ла төрлө. Ә таланттарын инде әйтеп тә тораһы түгел: йыр-бейеүгә лә, йор һүҙгә лә, артислыҡҡа ла маһирҙар!

Команда ағзаларының тапҡырлығына, зирәклеклегенә тамашасылар дәррәү алҡыштар яуҙырҙы, көлөп хәлдәре бөттө. Әйткәндәй, быйылғы сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Театр йылына бағышланды.

Баһалама ағзалары гран-приҙы бер тауыштан шаян, дәртле, берҙәм, талантлы “Шаянбикәләр”гә бирҙе.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға