«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡалала ХМАО башҡорттары мәҙәниәте күрһәтеләсәк



12.03.2019 Баш ҡалала ХМАО башҡорттары мәҙәниәте күрһәтеләсәк

19 апрелдә, Өфө ҡалаһында Ханты-Манси автономлы округы башҡорттары мәҙәниәте көндәре үтә. Был сараға Юғыр башҡорттары бай мәҙәни программа әҙерләй.

Әлеге ваҡытта ҡыҙыу репетициялар бара. Тамашаның режиссеры – ХМАО-ның һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Айытова.



Шулай уҡ, 13 апрелдә Сорғот ҡалаһында округ башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтергә тейеш. Уны урындағы ҡоролтай етәксеһе Рәүҙәт Әбделхаҡ улы Ҡолмәнбәтов ойоштора. Төмән өлкәһендә 46 меңләп башҡорт йәшәй, шуның 36 меңе –Ханты-Манси автономиялы округында. Милләттәштәребеҙҙең дөйөм иҫәбенән сығып, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ХМАО башҡорттары 12 делегат һайлаясаҡ.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға