«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "100 ЙЫЛЛЫҠҠА – 100 ҠУМЫҘСЫ"



12.03.2019 "100 ЙЫЛЛЫҠҠА – 100 ҠУМЫҘСЫ"

Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡортостан Республикаһының юбилейы уңайынан "100 ЙЫЛЛЫҠҠА – 100 ҠУМЫҘСЫ" проектына нигеҙ һалды.

Ул 13 мартта Әбйәлил районында башлана. Ташбулат мәҙәниәт йорто сәхнәһенә кәмендә 100 ҡумыҙсы сығасаҡ, тип ышандыра ойоштороусылар.

Был сара сиктәрендә 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкән йәштәге иң яҡшы ҡумыҙсы һәм өзләүселәр конкурсы үтә. Еңеүселәр 19-20 июндә Оло Ыҡтамаҡта үтәсәк төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсына саҡырыу ала.

"100 ЙЫЛЛЫҠҠА – 100 ҠУМЫҘСЫ" проекты 14 мартта Белорет районының Шығай мәҙәниәт һарайында дауам итәсәк. Артабан Мәсетле (17 апрель) һәм Ишембай райондарында ла үткәреү ниәтләнә.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡа райондарҙы ла был проектҡа дәррәү ҡушылырға саҡыра.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға