«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чечняла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус такси барлыҡҡа киләсәк



11.03.2019 Чечняла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус такси барлыҡҡа киләсәк

Ғәрәп инвестиция фонды Чечен республикаһында тик ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына йөрөтөү өсөн такси булдырмаҡсы. Ул “Мехкари” тип аталасаҡ. (Чечен теленән ҡатын-ҡыҙ тигәнде аңлата).

Такси водителдәре лә тик ҡатын-ҡыҙҙар буласаҡ. Баҡһаң, был республикала гүзәл зат яңғыҙы сит ир менән бер машинала йөрөргә тейеш түгел. Шунлыҡтан күп ҡатындар такси хеҙмәте менән файҙалана алмай.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға