«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң файҙалы һәм иң файҙаһыҙ фән ниндәй икән?



11.03.2019 Иң файҙалы һәм иң файҙаһыҙ фән ниндәй икән?

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) иң файҙалы фәнде асыҡлаған.

Яуап биреүселәрҙең күбеһе математиканы атаған. Артабан рус теле, тарих, физика, сит телдәр килә. Һуңғы баҫҡыстарҙы химия, география, информатика, физкультура һәм биология биләй.

Иң файҙаһыҙ фәндәр исемлегендә — музыка, рәсем, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға