«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тауҙан шыуып башын ярған



11.03.2019 Тауҙан шыуып башын ярған

Кисә Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында бер бала бәләгә юлыҡҡан.

7-се класс уҡыусыһы тауҙан шыуғанда ситкә китеп, башы менән электр бағанаһына бәрелгән.

Малайҙы дауаханаға оҙатҡандар. Уның баш һөйәге сатнаған, мейеһе зыян күргән, башы-ҡулы һыҙырылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға