«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Репост эшлә лә концертҡа билет от!



11.03.2019 Репост эшлә лә концертҡа билет от!

Башҡорт дәүләт филармонияһы "Халҡым мираҫы – оҙон-көй" концерттар циклын дауам итә. 15 мартта "Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй" тамашаһы уҙасаҡ.

Йома кисе байрамында оҙон-көйҙөң бай мәҙәни тарихы, уның моңо, киңлеге менән танышырһығыҙ. Халҡыбыҙҙың феномены булған йырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, БР атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужина, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаева һәм халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы башҡарыуында ишетерһегеҙ. Музыкаль яҡтан кисәне республикабыҙҙың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры биҙәйәсәк.

Тамашаға ике кешегә билет отҡоғоҙ киләме?

Бының өсөн:

1) Ошо яҙманы дуҫтарға һөйләргә - репост эшләргә;
2) Йәшлек гәзитенең "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә ҡушылырға кәрәк.

Кесе йомала, 14 март иртәһендә махсус ҡушымта аша осраҡлы һайлау юлы менән репост яһаған кешеләр араһынан бер еңеүсе билдәләнәсәк. Аҙаҡтан кем отҡаны күренгән видео ҡуйыласаҡ.

Еңеүсегә бик елле приз: "Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй" концертына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы тапшырыласаҡ.

Хәйерле сәғәттә!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға