«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урамда рәхәтләнеп йөрөр өсөн 53 млрд һум кәрәк



11.03.2019 Урамда рәхәтләнеп йөрөр өсөн 53 млрд һум кәрәк

Үткән аҙнала “Тыуған урам” республика программаһын әҙерләү тураһында хәбәр ителгәйне.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов докладында әйтелеүенсә, беҙҙең ауылдарҙағы асфальтһыҙ үҙәк урамдарҙың дөйөм оҙонлоғо 3534 километр. Бер километр автомобиль юлын ремонтлау эштәренең яҡынса хаҡы 15 миллион һумға барып баҫыуы ихтимал. Үрҙә телгә алған 3534 км юлда эш башҡарыуҙың дөйөм хаҡы – 53 миллиард һум.

Муниципалитеттарға 1 апрелгә тиклем программаға индерелергә тейешле урамлдар исемлеген бирергә тәҡдим ителде. Шулай уҡ “Тыуған урам”ды бөтә эш күләме, мөҙҙәте, финанслау эштәрен күрһәтеп, Хөкүмәттә раҫлайһы бар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға