«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡтар бөгөн Өфө тамашасыларын “Урал легендалары” мюзиклы менән ҡыуандырасаҡ



11.03.2019 Стәрлетамаҡтар бөгөн Өфө тамашасыларын “Урал легендалары” мюзиклы менән ҡыуандырасаҡ

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе ҡуясаҡ тамаша сценарийының авторы – тележурналист, шағирә, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры – филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина, мюзиклдың композиторы – республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы балетмейстеры – БР атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссамы Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам Наталья Степанова тотош ижади коллектив менән берлектә монументаль әҫәр барлыҡҡа килтергән.

Төп партияларҙы артистар Гүзәлиә Татлыбаева (Ағиҙел), Илдар Әбдрәшитов (Турахан батыр), Илдар Рәхимҡолов (Ашаҡ батыр) башҡарҙы. Шулай уҡ сәсән ролен уйнаған Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова (Шаман ҡатын), Ғафуан Фазуллин (Иҙел батыр) һәм Альберт Килмәков башҡара. Күмәк сәхнәлә филармонияның һәм бейеү театрының бөтә солистары ҡатнаша.

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк тамашаға рәхим итегеҙ!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға