«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ыста! Стәрлетамаҡтар сәхнәгә ниңә тәгәрмәсһеҙ "бобик" сығарған?



10.03.2019 Ыста! Стәрлетамаҡтар сәхнәгә ниңә тәгәрмәсһеҙ "бобик" сығарған?

Ыста! Стәрлетамаҡтар сәхнәгә ниңә тәгәрмәсһеҙ "бобик" сығарған?Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе тамашасыларын йәнә яңы спектакль менән һөйөндөрҙө. Әхиәр Хәкимовтың романы буйынса ҡуйылған “Ҡуштирәк” спектаклен сәхнәгә Айҙар Зарипов сығарҙы.

Инсценировкаһын Стәрлетамаҡта йәшәп ижад итеүсе В.Жеребцов яҙҙы.
Жанры буйынса йырлы-бейеүле комедия. Иртән иртүк ауылға һөрән һалып эшкә ағылыусы һауынсылар, Ҡыҙыл мөйөш, кистәрен клубта һинд фильмдары көйҙәренә рәхәтләнеп бейеү, ҡурҡа-ҡурҡа ғашиҡ булыуҙар тураһында был сәхнә әҫәре. Ваҡиғалар 80-се йылдарға барып тоташа.

Ролдәрҙе Марат Зөбәйеров, Әлиә Зарипова, Фәнил Ҡарасурин, Илфир Баймырҙин, Рафиҡ Хәсәнов, Илгиз Әкимбәтов, Ләйсән Кәримова, Илнур Атйетәров, Гөлйемеш Ибраһимова, Таһир Фәтҡуллин, Ирек Ибраһимов, Зиләрә Юлтаева, Гөлнара Йәрмиева, Айгөл Зөбәйҙуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙулина, Рәсил Сынбулатов, Револь Ғималов, Нурзидә Сәлимгәрәевалар башҡарҙы. Премьера тамашасының күңеленә хуш килде: улар артистарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға