«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай балалары икенсегә Ҡырымға юлланды



10.03.2019 Сибай балалары икенсегә Ҡырымға юлланды

Сибай балалары икенсегә Ҡырымға юлландыБөгөн иртә менән Сибай ҡалаһының Балалар ижады йорто алдынан 6 автобус изге сәфәргә — Ҡырымға ял итергә юлланыусы 250 баланы Магнитогорск аэропортына алып китте.

Таңдан балаларын оҙатыусы ата -әсәләрҙең йөҙҙәрендә ҡыуаныс ҡатыш борсолоуҙар ҙа һиҙелде. Татлы йоҡоларынан уятып, автобустарға ултыртылған балаларҙың артыҡ эмоциялар күренмәй. Шулай ҙа 9 -сы отряд етәксеһе Гөлназ Мәхмүтова бәләкәстәрҙең күңелен күрергә тырыша. Ә уның алмашсыһы Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы һәр баланы теүәлләүгә,барлауға әһәмиәт бирҙе. Етәкселәр араһында ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәселәре күплеге асыҡланды. "Сулпылар" балалар баҡсаһының медицина хеҙмәткәре Гөлназ Сәфәрғәлина 6 -сы отрядты етәкләйәсәк. Автобустарҙың тәҙрәләренә текләп, ғәзиздәренә хәйерле юл теләгәндәр араһында ла таныштар күп. Көньяҡ ҡасабаһынан Нурзия һәм Азат Бураншиндар ике улдарын — Бәхтийәр менән Даниярҙы оҙатты. 10,12 йәшлек малайҙар беренсе тапҡыр ата -әсәйһеҙ юлға сыҡты. Зәбир һәм Рәмилә Торомтаевтар улдары Кәримгә ҡул болғаны. Хәбирйәновтар ҡыҙҙары Камила ултырған автобус янында өйрөлдө.

Зөлфиә һәм Наил Ҡәйепҡоловтар ҙа балаларына юлға фатиха бирҙе.
Сибайҙар Магнитогорскийҙан Симферополгә оса. Унан балаларҙы "Хыял " шифаханаһына ҡәҙәр йәнә автобустарҙа алып барасаҡтар.

Уҡыусыларға яҡшы ял, сәләмәтлектәрен нығытып ҡайтыуҙарын теләйек!





Автор: Х. Тапаҡов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға