«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » САХАЛИНДА БАШҠОРТ МӘҘӘНИӘТЕ КӨНӨ ҺӘМ ҠОРОЛТАЙ ҮТӘ



08.03.2019 САХАЛИНДА БАШҠОРТ МӘҘӘНИӘТЕ КӨНӨ ҺӘМ ҠОРОЛТАЙ ҮТӘ

САХАЛИНДА БАШҠОРТ МӘҘӘНИӘТЕ КӨНӨ ҺӘМ ҠОРОЛТАЙ ҮТӘ9 мартта Сахалин өлкә сәнғәт музейында Башҡорт мәҙәниәте көнө һәм «Башҡорттар ҡоролтайы» милли-мәҙәни автономияһының ултырышы үтә. [b]

Ҡоролтай рәйесе Заур Ғиниәт улы Ғәлиев әйтеүенсә, көн тәртибендә рәйестең отчет доклады, Ҡоролтай советына өҫтәп ағзалар һайлау, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар билдәләү ҡаралған.

Башҡорт мәҙәниәте көнө сиктәрендә музейҙың ресурстар үҙәгендә көн дауамында Башҡортостан тураһында видеояҙмалар, русса аңлатмалы яҙыуҙары булған йәнһүрәт күрһәтелә, әҙер изделиеларға милли биҙәктәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе ойгошторола.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға