«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө сәхнәһендә!



07.03.2019 Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө сәхнәһендә!

Салауат театры коллективы Өфө ҡалаһына һәр ваҡыт ашҡынып килә, тамашасы менән осрашыуҙы көтөп ала. Быйыл да артистар тамашасы күңеленә хуш килерҙәй, төрлө жанрҙа, юғары профессиональ кимәлдә ҡуйылған спектаклдәр алып киләсәк.

12 һәм 18 март - М.Ғафури ис. БАДТ сәхнәһендә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Йәннәт һулышы" мелодрамаһы тәҡдим итә. Ҡуйыусы режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Иренең закон боҙоуын үҙ өҫтөнә алып төрмәлә ултырып сығыуына Дилбәрҙе аяҡтан йығырлыҡ хәбәр көтә. Харис икенсегә өйләнгән, ә балалар әсәйҙәрен танымай, онотҡан. Нисек аҡылдан яҙмаҫҡа? Етмәһә Яңы йыл, бөтөн донъя был байрамды ғаилә менән ҡаршы алырға йыйына. Дилбәрҙе үс алыу теләге ҡотҡара. "Мин Харистан нығыраҡ байырмын, балаларымды ла тартып алырмын"- тигән маҡсат ҡуя үҙенә ҡатын. ⠀ Тик Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң. Ул Дилбәрҙең рәнйеүҙән ҡатҡан күңелен дауалар әмәлдәрҙе таба. Ниндәй саралар улар? Дилбәр ҡасан йәннәт һулышын тойор?

14 март - "Нур" татар театрының бәләкәй сәхнәһендә Антон Финктың "Голубцы" комедияһын ҡарай алаһығыҙ. Ҡуйыусы режиссеры - Илнур Муллабаев.
Иренең вайымһыҙлығынан, битарафлылығынан арыған Нәфисә: "Һәйбәт тороштағы иремде яҡшы ҡулдарға бирәм,"- тигән йөкмәткеле өс иғлан бирә. Бер нимәгә лә өмөт итмәй, әммә...
Дауамын спектакль барышында күрерһегеҙ!

Тамашалар киске 19.00 сәғәттә башлана.
СПЕКТАКЛДӘРГӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға