«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүләккә - 100 китап!



07.03.2019 Бүләккә - 100 китап!

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап"нәшриәте асылыуға быйыл 100 йыл тула. Шул уңай менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы "Бүләккә - 100 китап!" тигән акция иғлан итә.

Был сараға иң тәүҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ҡушылды. Артабан уҡыусылар менән осрашыуҙарға яҙыусылар, шағирҙар, авторҙар йәлеп ителәсәк.

Теләге булған һәр кем был акцияла ҡатнаша ала. Уның өсөн кемгәлер китап бүләк итеүегеҙҙе фотоға төшөрөргә һәм яҙманың аҫтында #Башҡортостан_Яҙыусылар_союзы йәки #Бүләккә_100_китап хештегтарын беркетергә генә кәрәк!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға