«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡазан, Силәбе һәм Подольск «ауҙы». Сират кемдә?..



07.03.2019 Ҡазан, Силәбе һәм Подольск «ауҙы». Сират кемдә?..

Яңы ғына даими беренселекте тамамлап, плей-оффҡа сыҡҡан 16 команда ҡыуанып та өлгөрмәне, уларҙың өсәүһе төп бәйге менән хушлашты ла инде.

Уҙған миҙгелдә Гагарин кубогын өсөнсөгә яулаған «Аҡ барс» плей-оффтың тәүге әйләнешендә «Авангард»ҡа ҡаршы тора алмай, турнирҙан төшөп ҡалды. Йыл да «Гагарин»ға төп дәғүәсе булып һаналған Ҡазан клубының әле үк төшөп ҡалыуы күптәрҙә ҙур юғалтыу һымаҡ тойғо ҡалдырҙы. Йәл. Көнсығыш конференцияһы лидеры – «Автомобилист» хоккейсылары ла алтынсы тапҡыр плей-оффҡа сығып, «Трактор» командаһына бер ҙә өмөт бирмәй, үҙ тарихында тәүгә конфе­ренцияның ярымфиналына сыҡты. Көнбайышта әлегә ЦСКА ғына үҙен тыныс тоя. Улар дүрт осрашыуҙа «Витязь»де «һығып» сығарҙы. Ҡалған­дарында, күрәһең, алыш оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы... «

Динамо» (Мәскәү) уйынсылары Финляндияла ике еңеү яулағас, бәйгене оҙаҡҡа һуҙмай, «Йокерит»ты үҙендә йәһәт алдырыр тип уйланы, ахырыһы. Юҡ. Унда әлегә иҫәп – 3:2, мәскәүҙәр файҙаһына. «Барыҫ» менән «Спартак» үҙ дәғүәселәрен икешәр тапҡыр еңгәс, ҡалған икеһендә отолдо һәм хәлдәре тигеҙләнде. «Сочи» командаһы ла «Локомотив» менән дөйөм иҫәпте тигеҙләгәс, бишенсе осрашыуҙа Ярославль хоккейсылары алға сыҡты. «Салауат Юлаев» менән «Металлург» командалары араһындағы бәйге лә үҙенең хәл иткес эпопеяһына етте. Магнитогорскиҙағы уйында өфөләр, ниһайәт, овертаймда еңеү яуланы һәм тағы ла алға сыҡты. Сөнки быға тиклем булған ике овертаймда ла суйын ҡойоусылар өҫтөнлөк итте.

Шулай итеп, юлаевсыларға киләһе раундҡа сығыр өсөн бер генә аҙым яһарға ҡалды. Тик ул аҙымды яһау, ай-һай, ауыр буласаҡ...





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға