«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ул әллә сит ил кешеләрен шул тиклем ярата, әллә аҡсаны?



07.03.2019 Ул әллә сит ил кешеләрен шул тиклем ярата, әллә аҡсаны?

Аҡсаға ҡыҙығып, үҙ фатирында тиҫтәләрсә мигрантты теркәгән ватандаштар хаҡында ишеткән бар. “Эрзинкә” йорттар әле лә ҡала тулылыр. Бер яҡтан, беҙ арлы-бирле “ҡара эш”кә килгән сит ил кешеләренән “гастарбайтер” тип көлгән булабыҙ. Бәғзеләребеҙ мигранттарҙы алыҫтан урап үтә. Ә ҡайһы берәүҙәр нисек ярҙам итергә баш вата. Тәки табалар.

Бына бер 30 йәшлек ир-егет миграция хеҙмәтенә сит ил кешеләре тураһында ялған мәғлүмәт тапшырған. Йәнәһе, 18 “ыштук” мигрант – юғары квалификациялы эшсе һәм улар “Башэнерготранс” фирмаһында тир түгә. Миграция хеҙмәткәрҙәре күрһәтелгән адрес буйынса барып тикшереп тә йөрөгән. Бөтәһе лә тәртиптә кеүек: бер офис, ундағы ишеккә баяғы ойошманың исеме яҙылған алтаҡта... Тик былар барыһы ла ялған, имеш. Мигранттар ул ойошмала эшләмәгән, ул бинала “Башэнерготранс” офисы булмаған. Теге яҡташыбыҙҙың ул ойошмаға бер ниндәй ҡатнашы ла юҡ. Бары тик дуҫының офисын “ҡуртымға” алып торған. Ә мигранттар ҙа юғары квалификациялы түгел. Был иргә ярҙамы өсөн аҡса түләгәндәр ҙә, үҙ эштәре менән шөғөлләнгәндәр.

Хәҙер ҡунаҡсыл егеткә биш йылға хөкөм ителеү янай.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға