«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғафуриҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Зәки Мәхмүтов исҽмҽндәгҽ рҽспублика асыҡ конкурсы үтте



06.03.2019 Ғафуриҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Зәки Мәхмүтов исҽмҽндәгҽ рҽспублика асыҡ конкурсы үтте


Унда республиканың Сибай, Благовещенск ҡалаларынан, Бәләбәй, Мәләүез, Шишмә, Туймазы, Баймаҡ, Салауат, Ауырғазы, Архангель, Ишембай, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Өфө һәм Ғафури райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән йырсылар үҙ көсөн һынаны.
Конкурсты асыу тантанаһында Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһап, конкурсанттарға уңыштар теләне.


70 -тән артыҡ йырсының сығышын билдәле сәнғәт әһелдәре: Башҡортостандың халыҡ артистары Ғәлиә Солтанова, Нәжиә Аллаярова, Юлай Ғәйнетдиновтар, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Урал Ниғмәтуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова, ошо конкурстың үткән йылдарҙағы еңеүселәре Әнеүәр Ғәзизов менән Рәмил Сәйфуллиндар баһаланы.

Конкурстың төп бүләге Баймаҡ районына юлланды- Фәнүр Аралбаев Гран-при яуланы. Мәләүез ҡалаһынан Райхана хафизова, Күгәрсен районынан Нәғим Нурғәлин һәм Ишембайҙан Алина Зәйнуллиналар конкурс лауреаттары булды.



Бәйгене ҡарарға Зәки Мәхмүтовтың ҡатыны Лена Ахун ҡыҙы, улы Айрат, ейәне Данил килгән ине.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға