«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй



06.03.2019 Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй

Башҡорт дәүләт филармонияһы "Халҡым мираҫы – оҙон-көй" концерттар циклын дауам итә. 15 мартта "Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй" тамашаһы уҙасаҡ.

Оҙон-көйҙө башҡарыу сәнғәте башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып килгән һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған ата-бабалар мираҫы. Ошо сәнғәтте һаҡлау, үҫтереү, уға ҡарата ихтибарҙы арттырыу, уны бар донъяға танытыу маҡсатында филармониябыҙҙа байтаҡ эштәр башҡарыла.

15 мартта үтәсәк милли байрамда ла оҙон-көйҙөң бай мәҙәни тарихы, уның моңо, киңлеге менән танышырһығыҙ. Халҡыбыҙҙың феномены булған йырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужина, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаева һәм халы-ара, республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы башҡарыуында ишетерһегеҙ. Музыкаль яҡтан кисәне республикабыҙҙың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры биҙәйәсәк.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға