«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлдан ситкә китеп ауған



06.03.2019 Юлдан ситкә китеп ауған

Был хәл кисә төндә Белорет районында теркәлгән. Учалынан Өфөгә юл тотҡан автобустың водителе рулде тота алмай, машинаны ситкә ебәргән. һөҙөмтәлә "Мерседес" юлдан төшөп китеп, һул яғына ауған.

Салонда алты пассажир, шул иҫәптән бер бала булған. Бәхеткә күрә улар имен ҡалған. Бер аҙҙан ҡотҡарыусылар килеп еткән һәм барыһын да тәғәйен урынға алып барған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға