«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » АлиЭкспрестан машина алам



05.03.2019 АлиЭкспрестан машина алам

Нисек? Ҡытайҙың “AliExpress”ы хәҙер автомобиль дә һатамы ни? Һата, ни эшләп һатмаһын. Онлайн-“гипермаркет” Рәсәй халҡына тәүҙә “Черри” бренды машиналарын һата башлай.

“AliExpress”тың беҙҙең илдәге генераль директоры Лю Вей әйтеүенсә, кеше яңы категория менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһына. Интернет магазинда яңы бүлек асылыу менән һатып алыусылар, кем әйтмешләй, муйындан була. Етмәһә, былай ҙа автомобиль, мотоцикл өсөн тауарҙарҙы күп алалар.

Рәсәйҙәргә йәтеш инде. Фу-у, Ҡытайҙыҡы, тип ауыҙ ҡыйшайтҡан була ла, үҙе ҡуллана бирә. Интернетта автомобилдәрҙән һуң нимә һатырҙар икән? Бәлки, йорт, ә? Шәп тә инде – ыҡсым ғына ҡаптарға төрөлөп, өйҙөң стеналары, ишеге, тәҙрәһе килеп төшһә. Ҡытайҙар булдырыр...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға