«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәтешлелә "Күрҙем шишмәләре" шиғриәт фестивале ойошторолдо



05.03.2019 Тәтешлелә "Күрҙем шишмәләре" шиғриәт фестивале ойошторолдо

Республиканың йөҙ йыллығына һәм Мостай Кәрим тыуыуға 100 йыл тулыуға арналған "Күрҙем шишмәләре" шиғриәт фестивалендә Балтас, Асҡын һәм Яңауыл райондарында йәшәүселәр ҡатнашты. Шулай уҡ Татарстан, Пермь крайы һәм Свердлов өлкәһе вәкилдәре лә фестивалгә саҡырылғайны. Сара танылған драматург, шағир Әнғәм Атнабаевтың тыуған ауылында ун икенсе тапҡыр үтте.

Конкурсанттар Мостай Кәрим менән Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға билдәле драматургтың яңыртылған музейына сәйәхәт ойошторолдо.

Фестивалдә Әнғәм Атнабаев район премияһы лауреаттары билдәләнде. Быйыл премияға Яңауыл районының "Хаят" халыҡ театры режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Хәмзин менән "Беҙҙең Атнабай" китабы авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәиф Әмировтар лайыҡ булды.







Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға