«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш таланттар Мәскәүгә юлланды



05.03.2019 Йәш таланттар Мәскәүгә юлланды

Бөгөн ҡара таңдан Сибайҙа 10 баланы Өфөгә оҙаттылар. Ҡаланың өҫтәлмә белем биреү учреждениеларынан һайлап алынған малайҙар һәм ҡыҙҙар Мәскәүгә осасаҡ һәм БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова саҡырыуы буйынса ике көн шунда буласаҡ.

Балалар ҡала буйлап экскурсияла йөрөйәсәк, РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына барасаҡ, депутат Зариф Байғусҡаров менән осрашасаҡ. Аҙаҡтан улар республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостанда тыуғандар" байрам концертына тамаша ҡыласаҡ.

Иртәгә, 6 мартта Халыҡ-ара музыка йортонда бар донъяға билдәле яҡташтар, музыканттар сығыш яһауы көтөлә. Улар - опера йырсылары Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар, Дилара Иҙрисова, Рәсәйҙең Милли филармоник оркестры (дирижеры - виртуоз скрипач Владимир Спиваков), БР халыҡ артисы, ҡурайсы Роберт Юлдашев.

Сибайҙан Мәскәүгә балалар сәнғәт, художество һәм музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре юлланды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға