«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй «Фольклор һәм балалар» ижади оҫтаханаһына балалар фольклор коллективтары етәкселәрен йыйыласаҡ



04.03.2019 Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй «Фольклор һәм балалар» ижади оҫтаханаһына балалар фольклор коллективтары етәкселәрен йыйыласаҡ

Программала репертуар формалаштырыу, төрлө йәштәге балалар башҡарған төбәк стилистикаһын үҙләштереү, халыҡсан башҡарыу алымын тәрбиәләү һәм баланың тауыш үҙенсәлеген һаҡлау, халыҡ бейеүе нигеҙҙәре, традицион музыка ҡоралдарында уйнау күнекмәләре, шулай уҡ дәрестәргә, Мәскәүҙең алдынғы фольклор коллективтарының репетицияларына йөрөү, практик тәжрибә менән алмашыу һәм йәнәш дисциплина буйынса лекция һәм практик дәрестәр комплексы ҡаралған.

Дәресте билдәле тәжрибәле хормейстерҙар, фольклорсылар, Мәскәү ҡалаһының юғары уҡыу йорттары һәм махсус балалар өҫтәмә белем биреү учреждениеларының уҡытыусылары үткәрә.

Ҡатнашырға теләүселәр rusfolkmusic@bk.ru электорн адресына үҙҙәренең ғаризаларын 25 февральгә тиклем ебәрә ала.

Белешмәләр өсөн телефон: 8(495) 621-17-22 (халыҡ йырлау сәнғәте бүлеге – Лидия Геннадьевна Рогачев, Петр Алексеевич Сорокин).





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға