«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар хоры концерты Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына бағышланды



04.03.2019 Балалар хоры концерты Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына бағышланды

Вокалсыларҙың хор коллективында республиканың 20 ҡала-районынан килгән 600 балалар милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт һәм рус йырҙарын ишеттерҙе.

Сарала Республиканың хор жанрын үҫтергән балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера студия тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Дирижер пультында Мәскәү ҡалаһының Ҙур театрынан Дмитрий Крюков сығыш яһаны. Концертта барлығы 18 йыр яңғыраны.

Республика Балалар хоры БР Мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында барлыҡҡа килде. Ул 2014 йылда яҙ айында республикала музыка мәктәптәренең хор коллективтары араһында үткән конкурс еңеүселәренән төҙөлдө.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға