«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һуңғы йылдарҙа хәйбуллалар күркәм йолаға нигеҙ һалды



04.03.2019 Һуңғы йылдарҙа хәйбуллалар күркәм йолаға нигеҙ һалды

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты, бөтөн ғүмерен сәнғәткә бәйләгән, һуңғы һулышына тиклем ҡулынан ҡурайын төшөрмәгән Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың рухына бағышлап, уның исемендәге призға йәш ҡурайсылар конкурсы ойоштора. Быйылғы бәйгелә Сибай ҡалаһынан, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ районынан алты ансамбль һәм 28 айырым башҡарыусы ҡатнашты .



– Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт музыка ҡоралын пропагандалау, һәләтле йәштәрҙе асыҡлап, уларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү, ансамблдәр араһында үҙ-ара ижади бәйләнеш булдырыу, күрше райондыҡылар менән танышыу һәм республика кимәлендә үткәреләсәк ҡурайсылар конкурсына әҙерләнеү, – ти Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова.


Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға үткәрелгән ярышта беренсе урынды 12 йәшкә тиклемгеләрҙән Динислам Утарбаев (Сибай), унан өлкәндәр араһында Хәйбулла районынан Фәтих Үзбәков һәм “Үҫәргән” ҡурайсылар ансамбле алды. Шулай уҡ “Ҡурайға булған һөйөү”, “Өмөт”, “Еңеүгә ынтылыш” номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде.



Йәш оҫталарҙы ҡасандыр үҙҙәре үк Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың уҡыусылары булған, бөгөн үҫеп килгән быуынға һөнәр үҙенсәлектәрен төшөндөргән күренекле ҡурайсылар Нурғәле Кейекбирҙин, Илдар Юнысов, Нәзиф Ишемғолов һәм район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова баһаланы.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға