«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскелеккә ҡаршы көрәштә һәр кем ҡатнашырға тейеш



04.03.2019 Эскелеккә ҡаршы көрәштә һәр кем ҡатнашырға тейеш

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо март айында (апрелдә лә мөмкин) муниципаль район башлыҡтарына ауылдарҙа йыйындар үткәрергә ҡушты.

Сходтарҙың көн тәртибендә мотлаҡ законһыҙ алкоголь һатыу, янғын хәүефһеҙлеге темалары булырға тейеш. “Халыҡтың башҡа мәсьәләләр тураһында ла һөйләшкеһе киләлер”, – тине Радий Хәбиров. Иң мөһиме етәкселәр халыҡ араһына сығып, мәғлүмәт биреү эштәрен башҡарырға тейеш.


– Беҙҙең маҡсат – халыҡ эскелеккә ҡаршы көрәшкә үҙе ҡушылырға тейеш, – тип белдерҙе Башҡортостан башлығы. – Кешенең күпселеге был афәткә ҡаршы.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға