«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ташҡын килә!



04.03.2019 Ташҡын килә!

Республика хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә ташҡын яҡынлашыуы иҫкә төшөрөлдө. Был тема алдағы кәңәшмәләрҙең көн тәртибендә мотлаҡ буласаҡ. Һеҙ ҙә, хөрмәтле йәмәғәт, һыу баҫыу хәүефе булған ерҙә йәшәһәгеҙ, һаҡланыу сараһын күрә тороғоҙ. Тәбиғәт бик үҙенсәлекле, иртәгә нимә булырын күҙаллап була, тип 100 процентҡа түгел.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйылғы ташҡын көслө генә булмаҡсы.

Ә синоптиктар көн торошоноң тотороҡһоҙ булыуын күҙаллай. Оперативкала әйтеүҙәренсә, был аҙнала республикала урыны менән ҡар яуасаҡ, еңелсә буран сығасаҡ, айырым юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт һалыуы ихтимал. һаҡ булығыҙ! Һауа температураһы көндөҙ -5 – 10 булһа, төндә 10 – 16 градусҡаса һыуытасаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға