«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Магнитогорск кешеһе башҡорт аттарын урлаған



04.03.2019 Магнитогорск кешеһе башҡорт аттарын урлаған

Атауҙы күле янында бер фермерҙың тибендә йөрөгән йылҡыһын күҙәтә торғас, урыҫ көтөүсенең юҡлығын аңлап ҡала.

24 йәшлек был ир, ағаһын эйәртеп килә һәм 30 йылҡынан торған өйөрҙө Силәбе өлкәһенә ҡыуып алып китә. Тәүҙә 4 йылҡыны һуйып һаталар. Тағы 4 ҡолондо дуҫтарына һаҡлауға ҡалдыралар.

Бөгөн полиция уғрыларҙың эҙенә төшкән, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлегә ҡалған 22 баштың ҡайҙа икәнен асыҡлау бара.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға