«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Учалы фажиғәһендә һәләк булған майорҙы үлгәндән һуң наградлаясаҡтар



04.03.2019 Учалы фажиғәһендә һәләк булған майорҙы үлгәндән һуң наградлаясаҡтар

Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалам тип һәләк булған Рәфис Нурмөхәмәтовты үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены (Орден Мужества) менән бүләкләйәсәктәр.

Мылтыҡ тотоп күрше-күләнен ҡырған Артур Ибраһимовтың алдында майор үҙен ысын герой итеп тота. Кешелек йөҙөн юғалтып йыртҡысҡа әйләнгән иргә ҡатынын һатмай, үҙенең ғаиләһен һаҡлап ҡала, үкенескә ғүмере хаҡы менән...

Мәрхүмдең класташтары награда тапшырыу тураһында Эске эштәр министрына мөрәжәғәт иткәс, хатҡа бик күп кеше ҡул ҡуя.

“Тап Рәфис кеүек изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр донъяны тотоп тора ла инде. Уның ата-әсәһенә оло йөрәкле ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт. Яҡындары, ғаиләһе һәм дуҫтарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, — тип яҙалар был хаҡта.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға