«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡариҙелдә затлы мебель етештерәләр



01.03.2019 Ҡариҙелдә затлы мебель етештерәләр

Ҡариҙел районы урман сәнәғәте тармағы уңышлы үҫешкән төбәктәрҙең береһе һанала.

Иҡтисадтың был тармағында 25 урта һәм бәләкәй ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары эшләй. Улар йылына 25 мең кубометр ағас эшкәртә.

"Уфалеспром " яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Байҡыбаш ауылында мебель фабрикаһы ҡайын, уҫаҡ һәм ҡарағай ағасынан 85 төр мебель етештерә. "УфаWood" сауҙа маркаһы аҫтындағы зауыҡлы йыһаздар иң таҙа экологик материалдан эшләнгән. Шуға күрә лә сауҙала улар үтемле тауар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға