«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аудиокитаптың исем туйы



01.03.2019 Аудиокитаптың исем туйы

“Тыуған илкәйемде данлайым” тип аталған аудиокитап “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының аудиофондында һаҡланған уникаль яҙмаларҙан төҙөлгән.

Төрлө йылдарҙа сығыш яһаусы әҙиптәрҙең, сәнғәт әһелдәренең, шәхестәрҙең тауышы — Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле бүләк ул. Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти, Сәләх Кулибай, Зәйнәб Биишева, Яҡуп Ҡолмой, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев һәм башҡалар — адиокитапта барлығы 100 шәхес тауышы. Дөйөм ваҡыты — 180 минут, тиражы 2 мең дана.

“Тыуған илкәйемде данлайым” аудиокитабы Башҡортостан Башлығының республика халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына баҫтырылған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға