«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 320 эшсе фиброцемент плитаһы етештерәсәк



01.03.2019 320 эшсе фиброцемент плитаһы етештерәсәк

Ҡытай инвесторы Хуан Шихуа завод урынлашасаҡ ерҙең уға бик оҡшауын белдергән.

«Юаньянвэйли» компанияһының генераль директоры әйтеүенсә, халыҡ һәйбәт, ҡунаҡсыл, ресурстар ҙа бай. Сит ил кешеһе проектҡа бер миллиард 200 мең һум аҡса һалырға әҙер. Нимәһе-нимә, завод етештерәсәк материал шәп, ти. Хет өй башын яп, хет нигеҙгә һал. Был яҡтарҙа ундай әлегә эшләнмәй.

Ошо арала инвестор менән предприятиены төҙөү ниәте тураһында меморандумға ла ҡул ҡуйылған.

Шулай итеп, Күмертау, көт, һиңә, йылдам үҫеш биләмәһе булараҡ, сит илдән инвестиция килә һәм фиброцемент плиталар етештереүсе завод гөрләп эшләп китәсәк. 320 эшһеҙеңде лә әҙерлә: тап шул сама яңы эш урыны булдырыласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға