«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 20 фонтанда һыу инәсәкбеҙ, теге яланғас малай ҙа була



01.03.2019 20 фонтанда һыу инәсәкбеҙ, теге яланғас малай ҙа була

Баш ҡаланың фонтандарын хеҙмәтләндереүсе подрядсы эҙләйҙәр. Еңеүсе ойошма 23 мартта билдәле буласаҡ.

Подрядсы фонтандарҙы 1 майҙа эшләтеп ебәрергә, көн һайын һауытты таҙартып торорға, айына кәм тигәндә ике мәртәбә һыуын алмаштырырға, тендерҙа күрһәтелгән башҡа техник бурысты үтәргә тейеш.

Өфөлә 20 фонтан эшләйәсәк. Һәр береһенә туҡталғанда, адрестары түбәндәгесә: “Искра” кинотеатры (теге яланғас малай), ”Орион” ижад һарайы, Өфө ҡала ЗАГС-ы, Хәҡиҡәт урамындағы 21-се йорт, Достоевский урамындағы 64-се йорт, ике фонтан майҙаны, Хоҙайбирҙин, Мостай Кәрим, Дзержинский, Нуриев, Театр скверҙары (“Ете ҡыҙ”), Салауат Юлаев майҙаны, Йәштәр һарайы, ”Айгөл” ҡунаҡханаһы биләмәһе, Ленин, Якутов исемендәге парктар, ”Родина” кинотеатры, Беренсе май аллеяһы, ”Өфө-Арена” боҙ һарайы, ”Башҡортостан” дәүләт концерт залы янында.

Һанай китһәң, арыу уҡ күренә. Әммә барыбер беҙҙең мегаполисҡа фонтан етмәгән кеүек. Анау сама оҙон Октябрь проспектында ла нисәү генә. Шунда “Өфө” универмагы тапҡырында ҡуйғанда ла шәп булыр ине





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға