«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй скелетонсылары Донъя кубогын яуланы



02.03.2019 Рәсәй скелетонсылары Донъя кубогын яуланы

Рәсәй скелетонсыһы Елена Никитина Донъя кубогы этаптары һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе булып, илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙары скелетон тарихында тәүгә ҙур уңышҡа өлгәште.

Быға тиклем беҙҙең һылыуҙарҙың призерҙар исемлегенә лә ингәне булмай. Шулай итеп, Ҡышҡы Олимпия уйында­рының бронза миҙал призеры, ике тапҡыр Европа чемпионаты еңеүсеһе Елена Никитина Донъя кубогына ла эйә булды.

Шулай уҡ ир-ат араһынан да Рәсәй скелетонсыһына етеүсе булмай. Билдәле Александр Третьяков үҙ карьераһында икенсегә Донъя кубогын яулай.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға