«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрле янында микроавтобус түңкәрелгән



01.03.2019 Стәрле янында микроавтобус түңкәрелгән

Бөгөн иртәнсәк Стәрлетамаҡ янында, Өфө-Ырымбур юлының 126-сы саҡрымында "Тойота ХайЭйс" микроавтобусы аварияға осраған.

39 йәшлек водителе алдан барған "КамАЗ"ды уҙып китәм тип, уға бәрелгән. Аҙаҡтан "Тойота" юлдан төшөп түңкәрелгән.

Салонда өс пассажир булған. Әле уларҙы медиктар тикшерә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға