«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 1 март - Ғаилә, Мөхәббәт, Тоғролоҡ көнө!



01.03.2019 1 март - Ғаилә, Мөхәббәт, Тоғролоҡ көнө!


Байрам менән, дуҫтар! Яҙҙың тәүге көнө -беҙҙең Байрамыбыҙ! Ҡотло булһын Башҡорт халҡы байрамы ЕТЕГӘН!
ЕТЕГӘН БАЙРАМЫ

Ниндәй байрам ул Етегән?
Тип һоранылар минән,
Ниңә Башҡорт байрамының
Исеме һуң Етегән?
Һөйөү , Мөхәббәт көнө ул,
Ҙур Һөйөүгә Тоғролоҡ,
Ғүмер буйы һәр бер көнө
Байрам булып торорлоҡ!
Етегән тиеп атала,
Сөнки Ете - Изге һан,
Ете һаны башҡортомда
Изге һандан һаналған.
Һөйгәнең менән бергәләп
Етегәнгә баҡ әле,
Егермеләге һөйөүҙө
Етмешеңдә тап әле!
Йәшлектәге мөхәббәткә
Тоғро булып ҡал әле!
Ете, Ете, Етегән!
Етегәнгә кем килгән?
Башҡорт халҡы барыһы ла
Байрамға тиеп килгән!
Бер кемдән оялып торма,
Йырла, бейе, уйна , көл!
Халыҡ байрамы Етегән
1 Март була! Бел!
Өсөнсө йыл үткәрелә
Башҡортостан илендә,
Киң таралып китһен Байрам
Илебеҙҙең күгендә!
Тәүге йылы Етегәндә
Мин дә барып ҡатыштым,
Ләйсән менән бергәләшеп
Нигеҙ ташы һалыштым.
Ете, Ете, Етегән,
Әйҙә, Етегәнгә кил!
Халҡыбыҙҙың Һөйөү көнө
1-се Март була! Бел!





Автор: Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға