«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урмансылар кәңәшләшә



01.03.2019 Урмансылар кәңәшләшә

Бөгөн Ҡариҙел районында республика Урман форумы үтә.

Уны Башҡортостан Хөкүмәте, БР Урман хужалығы министрлығы Ҡариҙел районы менән берлектә ойоштора. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә урман сәнәғәте тармағын үҫтереү, ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланыу, урман тармағындағы эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Сарала «түңәрәк өҫтәл»дәр, күргәҙмәләр, урман һәм ағас эшкәртеү предприятиеларының эше менән танышыу ойоштороласаҡ .





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға