«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сүриәләге һуғыштың нисек булғанын күрергә теләһәгеҙ



01.03.2019 Сүриәләге һуғыштың нисек булғанын күрергә теләһәгеҙ

РФ Оборона министрлығы ойошторған «Сүриә һынылышы» хәрби- тарихи акцияһы сиктәрендә Өфөгә боевиктарҙан тартып алынған ҡорал һәм техника тейәлгән күргәҙмә поезд килә.

Егерме вагондан торған поезда был илдең Пальмира, Алеппо һәм Дейр-эз-Зор ҡалаларындағы хәрби бәрелештәрҙә табылған әйберҙәрҙе, пилотһыҙ осоу аппараттарын, хәрби рәссамдарҙың һүрәттәре һәм фотоларын, төрлө ҡорал өлгөләрен, заманса хәрби техниканы күрергә була.

Перронда хәрби оркестр уйнаясаҡ. 23 февралдән башланған был күргәҙмә Рәсәйҙең 60 ҡалаһында буласаҡ.

Өфөгә поезд 11 мартта көндөҙгө сәғәт 12 -лә килә. Теләге булғандарға барып ҡарарға һәм фотоға төшөргә мөмкин.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға