«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәләкәй театрҙар Өфөлә йыйыла



28.02.2019 Бәләкәй театрҙар Өфөлә йыйыла

“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Театр– балаларға” һәм “Бәләкәй ҡалалар театры” тигән программалар буйынса гранттар ярҙамында республика сәнғәтен үҫтереү өсөн оло эш башҡара. Төрлө күләмдәге гранттар ярҙамында былтыр байтаҡ спектакль сәхнәгә сығарылды.

Театр йылы уңайынан “Берҙәм Рәсәй” партияһынан ярҙам алған театрҙар март айында баш ҡала тамашасылары алдында һынау тотасаҡ. Ошо айҡанлы Өфө сәхнәләре театр һөйөүселәр өсөн байрам ойоштора. 11 мартта Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе “Урал легендалары” тип аталған мюзикл менән театр декаднигын асып ебәрә.

12 мартта Салауат башҡорт драма театры Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәре буйынса ҡуйылған “Йәннәт һулышы” драмаһын тәҡдим итә. Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ. Ошо уҡ көндә “Сулпан” балалар театры көндөҙ – “Ҡанифа юлы”(Сәрүәр Сурина), ә Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе “Ашҡаҙар” (Мөхәмәтшә Буранғолов) спектаклдәре менән “Нур” татар дәүләт театрын сәхнәһендә сығыш яһай. Ә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Туймазы татар дәүләт театры артистары “Аяуһыҙ уйындар” (Алексей Арбузов) драмаһын уйнай.

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе Спартак Ильясовтың “Биғылый” драмаһын 13 мартта “Нур” сәхнәһенә сығара. 16-нда ошо уҡ ҡаланың рус театры Милли йәштәр театрында Денис Фонвизиндың данлыҡлы “Недоросль”әҫәрен ҡуя. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры “Тере тупраҡ”ты (Ишмулла Дилмөхәмәтов)– 17 мартта, “Әүлиә”не (Лира Яҡшыбаева) 18 мартта сәхнәләштерә. Ә 14 мартта тамашасылар Салауат театрының “Голубцы” спектакле (Антон Финк) менән таныша ала.

Бәләкәй ҡалаларҙың оло театр иле менән танышырға рәхим мтегеҙ! Күңелегеҙгә оҡшаған спектаклгә килеп, рухи яҡтан байып алып ҡайтығыҙ!






Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға